ZONTELIX
Поиск
д. Сатлыки Кугарчинского района
д. Сатлыки Кугарчинского района
Подписчики:
361 подписчиков
ID:
15814222
Блокировка:
Нет ограничений
Верификация:
Сообщество не верифицировано администрацией ВКонтакте
Видимость
открытое
Популярность:
У сообщества нет огня Прометея
Домен:
satlykiaul
Описание
Күгәрсен районы 2-се Юлдыбай (Һатлыҡ) ауылы буйынса тарихи белешмә. Ә.З.Әсфәндийәровтын «Башҡортостандың ауылдарының тарихы» китабында киләһе мәғлүмәттәр табырға була: Юлдыбай ауылы 1795 й. ревизия буйынса, 25 йорттан торған, 184 кеше йәшәгән. Һәм бер йорттан тоған хуторы булған. 1838 й. ауылда 784 кеше йәшәгән. Тимәк, 43 йыл эсендә, 600 кешегә артҡан. Был күренеште Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышын каты баҫтырылғанда күпләп башҡорт халҡының ҡырылыуы, унан һуң ауылдар бөтөрөлеүе менән, йә ревизияны уткәреү шарттары үҙгәреү менән бәйләргә булалыр. Шул уҡ ревизия буйынса, ауылда 1184 бот иген сәселгән. Бында Юлдыбайҙың улдары: мулла Абдулсаттар (1770й.) һәм Йәрмғөхәмәт (1750 й.) йәшәгән. 8-се һәм 10-сы ревизиялар арауығында (йәғни 1834 һәм 1859 йй.) бер ауыл урынына өс ауыл барлыҡҡа килә. 1859 й. 2-се Юлдыбай ауылында 40 йортта 404 башҡорт йәшәгән. Икенсе исеме Башҡорт Һатлығы булған. Был исем, фараз буйынса, 1761 й. Тимашевҡа Суйын-Ҡыпсаҡ ерҙәрен һатыу өсөн һайланған (поверенный) Һатлыҡ Аллабердин менән бәйле. (149-150-се бит.). «Уфимская губерния. Список населенных пунктов по сведениям 1866 г.» белешмәһендә 2-се Юлдыбай ауылы, Эйек йылғаһы буйында урынлашҡан һәм Ырымбур губернияһының Ырымбур уяҙына ҡараған. 44 йортта 73 ир һәм 60 ҡатын йәшәгән. Ауылда мәсеттә баҙарҙа булмаған. (147-се бит). Башкирияның административ-территориаль бүлеү «Список населенных пунктов Башреспублики» белешмәһенән: 1926 й. перепись буйынса, 2-се Юлдыбай ауылы Йылйыр кантонының Ҡыпсаҡ волосына караған. Хужалыҡта 59 йорт булған, 178 – ир һәм 152 ҡатын йәшәгән. Ә 1925 й. 63 йорт булған. Тимәк, бер йыл эсендә, 4 йорт юҡҡа сыҡҡан. (238-се бит). Совет осоронда Һатлыҡ ауылы хужалығы «Осҡон» («Искра») совхозы берәмегенә инә. Һатлыҡ (Сатлыки рус.) – Күгәрсен районының Юлдыбай муниципаль ауыл берәмегенә ҡарай. 2010 йылда 238 кеше йәшәгән. Әлеге көндә, ауылда (мулла Ғилмитдин Янбаев тырышлығында) Мәсет төҙөлгән, ауыл мәҙәниәт йорто, бер нисә шәхси магазин эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы башланғыс мәктәбенең бинаһы буш тора. Ауылда шәхси хужалыҡтан башҡа, Энәк урман хужалығының берәмеге һәм ООО «Толпар» ауыл хужалығының берәмеге бар.
Аэростудия раменское
Космоправщики
Дамский Клуб "Жемчужинка"
7 РП *ноябрь 2019*
ВОЛШЕБСТВО ДЕКАБРЯ или В ЧЕМ МОЙ РЕСУРС